+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 10:00

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА БЮДЖЕТ УРЫНДАРЫ АРТАСАҠ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ВКонтакте» селтәрендә юғары уҡыу йорттарында уҡыуға ҡағылышлы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы 2022/2023 уҡыу йылына республика вуздарына 13,6 мең бюджет урыны бүлгән. Был үткән йылғынан 2338-гә күберәк.

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Башҡортостан бакалавриатҡа – 7949 бюджет урыны, магистратураға – 2737, специалитетҡа – 1790, аспирантураға – 181, ординатураға – 935 һәм ассистентура-стажировкаға 10 урын алған. Иң күп бюджет урындарын нефть университетына (филиалдарҙы иҫәпкә алмайынса 3087) биргәндәр. Башмедуниверситет – 1853 (былтырғыға +261), Аҡмулла исемендәге педуниверситет 1770 бюджет урынына (+79) эйә буласаҡ.

Республика етәксеһе киләсәктә был һандарҙың артасағына ышаныс белдерә, сөнки, ти ул, Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе ике йылда бөтә ил буйынса өҫтәмә 45 мең бюджет урыны булдырыласағы, уның кәм тигәндә 70 проценты төбәктәргә биреләсәге тураһында әйтте. Радий Фәрит улы донъя кимәлендәге Евразия фән-белем биреү үҙәге лә беҙҙәге юғары белемдең абруйын күтәреренә һәм бөтә илдән таланттарҙы йәлеп итеренә ышана.

Читайте нас: