Уларҙың бөтәһе лә табылған, бөтәһе лә иҫән-һау. “Башинформ” агентлығы юғалған кешеләрҙе һәм балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән «Лиза Алерт Башҡортостан» ирекмәндәр отряды етәксеһе Олеся Пышкина менән һөйләшкән. Был һандарҙы ла ул әйткән. «2021 йылдың ғинуарынан бәлиғ булмағандарҙы эҙләү тураһында 51 ғариза алынды. Уларҙың 5-һе иҫән-һау табылды, 1-еһе һәләк булған. Балаларҙың күбеһе мәғлүмәт йыйған саҡта уҡ табыла. Ләкин был көтөргә кәрәклекте аңлатмай», — тигән Олеся Пышкина.
Йәнә ул мөрәжәғәттәр артыуы күҙәтелеүен һәм ярҙамға ирекмәндәр кәрәклеген дә әйткән. 18 йәштән өлкәндәр отрядҡа яҙыла ала. Эҙләү мотлаҡ ҡайҙарғалыр сығып, урман-ҡырҙар гиҙеүҙе генә аңлатмай. Өйҙә ултырып бик һөҙөмтәле ярҙам итеү ысулдары ла бар, тигән Олеся.
Йылы миҙгелдә балалар юғалыу осраҡтары йышая икән. Олеся әйтеүенсә, балаларҙың йөрөгөһө, ҡайҙалыр барғыһы килә, шулай ул ваҡытында ҡайтырға ла онотоп китәләр. Ҡайһы берәүҙәре ҡалала аҙаша. Кемдер өйҙәгеләргә үпкәләп йә ҡарышып ҡайтмай йөрөй. Үҫмерҙәр араһында өйҙән сығып китеүселәр байтаҡ, ләкин был йәштәгеләр үҙен ҙурға һанап, үҙ-үҙенә үтә ныҡ ышанып, бәләгә тарыуы ла ихтимал. Ата-әсәләр юғалған балаһын эҙләп ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһә, шул тиклем яҡшыраҡ, ти отряд етәксеһе.
Йәнә ата-әсәләргә ул балалары менән гел һөйләшергә, аралашырға кәңәш итә. Балалар өйгә ҡайтыуҙан ҡурҡырға тейеш түгел. «Юғалһаң, өйҙән сығып китһәң — кәрәгеңде алаһың!» тип йә башҡа төрлө итеп янарға, ҡурҡытырға ярамай. Балаға, оҙаҡлап китһә, мотлаҡ өйҙәгеләргә шылтыратырға кәрәклеген аңлатырға кәрәк. Ә бының өсөн бала телефондарҙы белергә тейеш, тигән кәңәштәр биргән Олеся Пышкина.Телефондарҙы яҙып, рюкзагына, кеҫәһенә һалырға, визитка биреп ҡуйырға, телефондарҙы ятлатырға мөмкин.