Таныштырыуҙы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтахана ойошторған. Ижади оҫтахана етәксеһе Нәфисә Билалова фекеренсә, был китап — әҙәби ижад менән шөғөлләнгән, башҡорт теле менән эш иткән, башҡорт әҙәбиәте үҫешен хәстәрләгән һәр кем өсөн шәп ҡулланма булып тора. Ул телселәргә, әҙәбиәтселәргә, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, журналистарға тәғәйенләнә.
Борис Валерьевич үҙенең китабы, тикшеренеүҙәре, цифрлы текстар корпусы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп кенә ҡалмаған, эшмәкәрлегенең өр-яңы өлкәһе — «Нейробашҡорт» арт-проекты менән дә таныштырған. Был проектты ул кинорежиссер Тансулпан Бураҡаева һәм журналист Нурия Мөхәмәтдинова менән бергә эшләгән. Проект Instagram, ВКонтакте, Tiktok һәм Youtube соцселтәрҙәрендә бар.
Китап менән таныштырыуҙа Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, «Уфа» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, Мәжит Ғафури фонды етәксеһе Люциә Камаева, шағир һәм тәржемәсе Сергей Янаки, «Истоки» гәзите хәбәрсеһе шағирә Галина Ефремова ҡатнашҡан. Сараны филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов алып барған, таныштырыуҙы Башҡортостан Кинематографистар берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева үткәргән.
Борис Валерьевич Орехов Өфөлә 1982 йылда тыуған, филология фәндәре кандидаты. БашДУ-ла, Аҡмулла исемендәге БДПИ-ҙа эшләгән. Әле Мәскәүҙә Юғары Иҡтисад Мәктәбе милли тикшеренеүҙәр университеты (ВШЭ) филология факультеты доценты.
Сара тураһында «Башинформ» яҙған.