+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2021, 22:03

РЕСПУБЛИКАҒА ИДАРА ИТЕҮ ҮҘӘГЕ МЕНӘН БСТ ТЕЛЕКАНАЛЫ ЯҢЫ ПРОЕКТ АСҠАН

Был проект Башҡортостандың ғорурланырлыҡ кешеләре тураһында республикаға һәм бөтә Рәсәйгә һөйләйәсәк. Ул «Повод гордиться» тип атала: http://поводгордиться.рф/

Был проект Башҡортостандың ғорурланырлыҡ кешеләре тураһында республикаға һәм бөтә Рәсәйгә һөйләйәсәк. Ул «Повод гордиться» тип атала: http://поводгордиться.рф/

«Беҙ һуғышта ҡатнашҡан ҡаһармандар, тыныс тормош батырҙары, ил һәм Башҡортостан именлеге һәм муллығы хаҡына хеҙмәт иткән кешеләр тураһында тарихтар йыйҙыҡ», — ти проекттың координаторы Салауат Ғарипов.

Әле проекттың сайтында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының урология бүлексәһе мөдире Алексей Пушкарев, «Вертикаль» предприятиеһының башнялы кран машинисы Галина Супрун, республиканың иң яҡшы комбайнеры Риф Ҡантимеров менән танышырға була.

Проектҡа үҙегеҙ белгән фиҙакәр кешеләр, ҡыҙыҡлы шәхестәр, ветерандар, уңған эшсәндәр, ҡыйыулыҡ күрһәткән балалар тураһында, изге эштәр хаҡында яҙа алаһығыҙ. Бының өсөн сайт тәҡдим иткән форманы тултырырға, яҡшы хәбәрҙе яҙырға, яҙма геройының фотоһын беркетергә, телефондарҙы күрһәтергә кәрәк.

Читайте нас: