Класта ике төркөмдә 25 бала уҡый ҙа инде. Сорғот хакимиәте класты бушлай биргән. Был хаҡта “Башинформ” яҙа.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Сорғотта 5 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. «Хәҙерге балалар башҡорт телен һәм мәҙәниәтен бик теләп өйрәнә», – тигән Сорғоттағы милли-мәҙәни автономия рәйесе Зөлфирә Италмасова.