Эйе, беҙҙең сафтарыбыҙҙа хәҙер – 10 000 ҡулланыусы! Әйтеүе генә анһат – ун мең! Беҙ әйтәбеҙ: “Рәхмәт һеҙгә – беҙҙең сафтарыбыҙға баҫыусыларға!” Ә былтыр ғына, феврелдә, беҙ нибары 830 инек. Ни өсөн нибары? Киреһенсә, беҙ бергәләп 830-ҙан башланыҡ һәм бер йыл да ике-өс ай эсендә 10 000-гә килеп еттек. Хәҙер беҙ ун меңгә көслөрәк, дәртлерәк һәм байыраҡ. Беҙ белмәйбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә “Һәнәк” журналы, журнал “Вилы” һымаҡ йылдам үҫешкән төркөмдәр барҙыр. Беҙ 10 000 күрһәткесенә һеҙҙең ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ, ышанысығыҙ менән килдек, хөрмәтле ҡулланыусыларыбыҙ! Һеҙҙең иғтибар беҙҙең өсөн үҙе бер һабаҡ. Беҙ ҡулланыусыларыбыҙға нимә оҡшауын, уларҙың ихтыяжын, ниндәй темаларға өҫтөнлөк биреүҙәрен күрҙек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ һеҙҙең менән бергә йәшәнек.
Социаль селтәрҙәрҙәге дуҫтарыбыҙ менән бәйләнеште һаҡлау, һеҙгә – беҙҙең, беҙгә һеҙҙең фекерҙәргә һәм теләктергә ҡолаҡ һалыу еңел түгел. Ләкин беҙ уртаҡ тел таптыҡ. Беҙ һеҙгә нимә кәрәклеген беләбеҙ, ниндәй йөкәткеле әҫәрҙәргә өҫтөнлөк биреүегеҙҙе ишетәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙ һеҙгә артабан да хеҙмәт итергә әҙер. Ә алда – яңы үрҙәр һәм бейеклектәр, яңы сәхифәләр. Киләсәктә лә бергә булайыҡ! Сөнки, беҙ күмәгерәк булған һайын, беҙ көслөрәк һәм беҙгә күңеллерәк!