«Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан минең алдыма бер нисә бурыс ҡуйылды, иң ҙуры — районды юғарыраҡ үҫеш кимәленә сығарыу. Быға бөтә көсөмдө һалам. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә эшләгән сағымда алған тәжрибәм һәм белемем бар. Әлбиттә, мин Ришат Дихин һайлаған курсты дауам итәм. Быны бурысым тип һанайым, сөнки Ришат Марат улы минең дуҫым ине. Ул башлаған проекттарҙы тамамлау, уның идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкин булғанды эшләйәсәкмен. Уларҙың береһе — полилингваль мәктәп. Бынан тыш, мин уҡыуҙа, спортта, ижадта ҡаҙанған уңыштар өсөн уҡыусыларға Ришат Марат улы Дихин исемендәге стипендия булдырырға ҡарар иттем», — тигән Динис Йосопов.