Түңәрәк ҡор эшендә Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов, ҡаланың бизнес-шәрифе Артем Дьяченко, «Эшҡыуарлыҡ буйынса БР агентлығы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин ҡатнашты.
Күмертау 2016 йылдан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы статусына эйә. Унда резидент эшҡыуарҙар төрлө кимәл бюджеттарға һалымдарҙы һәм бюджеттан тыш фондтарға түләүҙәрҙе кәметеү һәм «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды»нан льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә.
2020 йыл аҙағында эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект сиктәрендә Күмертау ҡалаһында «Минең бизнес» үҙәгенең офисы асылды. Хәҙер кәрәк хеҙмәтте йә консультация алыу өсөн Өфөгә сабыу ихтыяжы юҡ, тип билдәләне түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар.
Сара тураһында Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте һөйләне.