Беләһегеҙме, ни өсөн Дональд Трамп еңгән ерҙән отолоп ҡуйҙы? Сөнки күпселек матбуғат саралары Демократик партия ҡарамағында булды һәм Трампҡа ышаныс белдереүҙән баш тартты. Шулай итеп, Аҡ йортҡа көслө, ҡеүәтле президент урынына киләсәге бик томанлы булған, аяғын да күтәреп атлай алмаған, бала аҡылына ҡайта башлаған лидер килде. Бына һиңә һүҙ азатлығы шул була инде. Кем күберәк түләй, шуны яҡлайҙар һәм өҫтөнлөгөн тәьмин итәләр.
Үҙебеҙҙең матбуғат сараларын ентекләп ҡарағыҙ әле. Күп мәсьәләнең финанслауҙан тороуын инҡар итеү бик ауыр. Һәр хәлдә Мәскәү журналистары провинцияларға эшләгән коллегаларына ҡарағанда эш хаҡын бик күпкә юғарыраҡ ала. Бында алғы һыҙыҡта, әлбиттә, һөнәри оҫталыҡ тора. Оҫта итеп күберәк яҙһаң, эш хаҡын да күберәк алаһың. Мин бында Соловьев, Гусман кеүек журналистар тураһында һүҙ ҡуйыртырға уйламайым. Уларға нисек түләһәләр (был осраҡта юғары тип аңлағыҙ), улар шулай уҡ шәп эшләй.
Хәҙерге осорҙа, әлбиттә, түрәләрҙе тәнҡитләү теләге ҡурҡытып тора. Ләкин уларҙы эшләмәй, вазифаларына насар ҡарай, ришүәтте лә әҙ ала тип кем әйтер?
Бына һуңғы арала ғына көс структураларынан ике-өс ҙур чинлы етәксене ришүәтселектә ғәйепләп, вазифаларынан бушаттылар һәм бик оҙаҡ аяп йөрөткәндән һуң теләр-теләмәҫ кенә исем-фамилияларын иғлан иттеләр. Мәскәүҙә, мәҫәлән, Захарченко тигән берәү 12 миллиард һум һеңдерһә, беҙҙәгеләр шаҡтай баҫалҡы, ҡулдарына алғандары 30-40 миллион һумдан артмай. Береһе тамам самаһын юғалтҡан, Эске эштәр министрлығы менән урланған мөлкәтте кире ҡайтарыу, вазифаһында аяҡҡа баҫтырыу буйынса судлашып йөрөгән. Ярай, халыҡтың бәхетенә, тип әйтәйекме, күп һанлы элиталы фатирҙарын һәм йорттарын, зиннәтле автомобилдәрен тартып алғандар, хатта фамилияһын иғлан иттеләр, фотоһын да күрһәттеләр.
Был миҫал менән беҙ власть даирәләрендә, депутаттар араһында, прокуратурала ришүәтселек хаҡында фашлаусы мәҡәләләр баҫтырыуҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Улар хаҡында күпме яҙырға мөмкин? Ябай халыҡ барыбер хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә шикләнәсәк һәм бындай бәлә-ҡазаларҙан ситтәрәк тороуға өҫтөнлөк бирәсәк.
Бәләкәй генә күҙәтеүем менән уртаҡлашырға теләйем: ҡаҙна малын урлаусылар, ришүәтселәр араһында ҡатын-ҡыҙ юҡ кимәлендә, булһа ла, бик аҙ. Тимәк, улар эшенә яуаплы, намыҫлы ҡарай, закон боҙоуға, урлашыуға юл ҡуймай. Бәлки, гүзәл заттарҙың власта нисбәтен арттырыу сараһын күрергә кәрәктер?
Дөрөҫ, власҡа ҡатын-ҡыҙҙы хәҙер күпләп яҡынайталар, улар хәҙер хакимиәт башлыҡтары вазифаһында ла күренә башланы, депутаттар араһында ла байтаҡ. Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?