+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2021, 12:48

ӨФӨ СӘЙӘХӘТСЕҺЕ УРАЛ ТАУҘАРЫН ГИҘЕРГӘ СЫҒЫП КИТТЕ

Өфөнән Олег Чегодаев (1984 йылғы) – сәйәхәтсе, спортсы, фотограф, үҙен Урал тауҙарының амбассадоры тип атай, йәғни Урал тураһында мәғлүмәт йыя һәм тарата.

Өфөнән Олег Чегодаев (1984 йылғы) – сәйәхәтсе, спортсы, фотограф, үҙен Урал тауҙарының амбассадоры тип атай, йәғни Урал тураһында мәғлүмәт йыя һәм тарата.

Урал – Рәсәйҙә иң оҙон тау теҙмәһе – ул төньяҡтан көньяҡҡа 2300 километрға һуҙылған. Олег тауҙы туризм өсөн бик ылыҡтырғыс, әммә етерлек популярлаштырылмай тип һанай. Ул Көньяҡ Уралдың 1000 метрҙан бейегерәк булған бөтә 255 түбәһен буйһондорған. Әле инде Урал тауын көньяҡтан төньяҡҡа тиклем йәйәү үтер өсөн сәйәхәткә сыҡҡан.

Олегтың сәфәре 1 майҙа Яйыҡ йылғаһынан башланған. Шунан ул Йылайыр яйлаһы аша Мораҙым тарлауығына, Шулгәнташҡа сыға, Оло Көньяҡ Урал һуҡмағынан бара, Ирәмәл, Тағанай, Пермь өлкәһендәге Ослянка һырты, Мань-Пупу-Нёр аша үтә. Сәйәхәтсе Төньяҡ һәм Поляр Уралға сығып, юлын Константинов Камень тауында тамамлаясаҡ. Дүрт-биш айҙа маршрутты үтеп сығырға иҫәп тота. Бөтә юл 3 меңләп километр булыр, ти.

Олег Чегодаев тәбиғәтте фотоға төшөрөп, фотоларын һәм яҙмаларын сайтына https://www.exje.ru/ural-exp һалып барасаҡ.

Фото: ВКонтакте.

Читайте нас: