+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2021, 23:19

«ДӘРҮИШХАН»ҒА ЯҢЫ ЙЫРСЫЛАР КӘРӘК

«Дәрүишхан» музыкаль студияһы яңы йырсылар йыйыу тураһында иғлан биргән. Кастинг 20, 21 һәм 22 майҙа үтәсәк.

«Дәрүишхан» музыкаль студияһы яңы йырсылар йыйыу тураһында иғлан биргән. Кастинг 20, 21 һәм 22 майҙа үтәсәк.
Кастингҡа 25–40 йәштәге, тенор һәм баритон тауышлы ир-егеттәр саҡырыла. Музыкаль белем булыуы, музыка ҡоралдарында уйнай белеү, микрофон менән эш итә алыу, импровизациялау һәләте булыуы хуплана.
Тәүҙә электрон почтаға башҡортса (2 файл) һәм русса (2 файл) төрлө жанрлы йыр яҙҙырып ебәрергә кәрәк (MP3 форматы).
Кастинг 17 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем үтәсәк. Өфөнөң Кустарь урамындағы 17-се йортта урынлашҡан Республика халыҡ ижады үҙәгенең Концерт залы фойеһында 16 сәғәттә йыйылырға.
Ғаризаларҙы 15 майға тиклем ошо адресҡа ебәрергә: [email protected].
«Дәрүишхан» — башҡорт рогына нигеҙ һалған төркөм, ул 1990-сы йылдарҙа бик популяр ине. Төркөмдө талантлы гитарасы һәм йырҙар авторы Альберт Ғәббәсов ойошторған. 2005 йылда «Дәрүишхан» йырсыһы Дим Мәннән (Ҡолахмәтов) вафат булғандан һуң төркөм эшен туҡтата. 2019 йылда яңы солист Ринат Зарипов менән ижадын яңырта, тип хәбәр итә «Башинформ».
Читайте нас: