Ай тулғандан һуң бер-биш көндән йә яңы Айға тиклем бер-биш көн ҡалғанда Ай ураҡ кеүек нәҙек кенә булып ҡалҡа. Ай дискы көлһыу төҫтә була, урағы ғына яҡтыра.
Айҙың көлһыу төҫтәге яҡтыһын «да Винчи яҡтылығы» тип тә атайҙар, сөнки был яҡтылыҡтың нисек барлыҡҡа килеүен тәү башлап нәҡ Леонардо да Винчи аңлатҡан.
Өфө планетарийында аңлатыуҙарынса, яҡтырып торған нәҙек кенә ураҡтай Ай — Айҙың Ҡояш яҡтыһы төшкән өлөшө. Ә ураҡ ҡосағындағы көлһыу шар – Ҡояш төшмәгән яғы. Уны Ерҙән төшкән яҡтылыҡ шулай көлһыулатып күрһәтә. Бөтә планеталар кеүек үк, Ер ҙә Ҡояш нурын сағылдырып, Йыһанға тарата бит. Ә Ай ул нурҙы сағылдырып беҙгә кире ҡайтара. Айҙың көлһыу төҫ алыуының сәбәбе шунда.
Был хаҡта “Башинформ” яҙа.
Өфө Планетарийы фотоһы.