+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 22:58

«ҠОМАРТҠЫ»ҒА КИЛЕГЕҘ, РУХ БАЙЛЫҒЫН КҮРЕГЕҘ

Көньяҡ Урал башҡорттары ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәни мираҫын, йола уйындарын, кәсеп-һөнәрҙәрен һаҡлау, таратыу маҡсатында «Ҡомартҡы» тигән йәштәр форумын үткәрергә йыйына. Ул Әбйәлил районында 19– 21 майҙа үтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

18 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр «Быуын сылбыры» ғаилә видео-конкурсында ҡатнаша ала. Шулай уҡ халыҡ ижады жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

21 майҙа «Көньяҡ Урал башҡорттары» тигән ғилми-ғәмәли конференция, «Быуын сылбыры» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү, «Ҡырҡтытау ҡомартҡылары» биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе була.

Сара Бөтә Рәсәй «Шәжәрә» мәҙәни-ағартыу проекты эсендә «Рәсәй халҡының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы буйынса үткәрелә.

Форум быйыл йәй үтәсәк Фольклориадаға ла әҙерлек кеүек ҡабул ителер, моғайын.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34772) 2-07-34, 8 (917) 465-33-90 – Шәйәхмәтова Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы, Әбйәлил районы мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире.

Читайте нас: