+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 23:45

УҠЫУСЫ БАЛАЛАРҒА ТИГӘН 10 МЕҢДЕ 17 АВГУСҠА ТИКЛЕМ БИРЕП БӨТӘСӘКТӘР

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 6 – 18 йәшлек балаларға вәғәҙә ителгән бер тапҡырлыҡ 10 мең һум аҡса 17 авгусҡа тиклем ғаиләләргә тапшырылып бөтөргә тейеш. Был фарманды ил премьер-министры Михаил Мишустин биргән.

Түләүҙе алыу өсөн йә МФЦ-ға, йә Пенсия фондына, йә социаль яҡлау органдарына (береһенә генә) электрон ғариза бирергә кәрәк.

Президент Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп тәҡдимдәр яңғыраны. Уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Мишустин раҫлаған эштәр исемлеге 58 пункттан тора.

"Башинформ" фотоһы.

Читайте нас: