+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 17:51

ЯҢҒЫРСЫЛА ТУРИСТАРҘЫ НИМӘ ҠЫҘЫҠТЫРА?

Ләлә Файыҡ ҡыҙы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылында йәшәй. Ә ҡыҙы Ләйсән Сөләймәнова Өфөлә тора, туризм бизнесы өлкәһендә эшләй. Ул төҙөгән турҙарҙың береһе «В гости к бабушке» тип аталып, Стәрлебаш районы менән таныштыра һәм тыуған ауылы Ямғырсы аша үтә.

Ләлә Файыҡ ҡыҙы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылында йәшәй. Ә ҡыҙы Ләйсән Сөләймәнова Өфөлә тора, туризм бизнесы өлкәһендә эшләй. Ул төҙөгән турҙарҙың береһе «В гости к бабушке» тип аталып, Стәрлебаш районы менән таныштыра һәм тыуған ауылы Ямғырсы аша үтә.

Туристар район үҙәгендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында була, Ижад йортона инеп, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. Ҡул әйберҙәре һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Шунан төркөм Яңғырсыға китә.

Мәктәп музейында ауыл тарихы менән танышалар, милли ризыҡтар менән тәмләп сәй эсәләр, бауырһаҡ бешерергә өйрәнәләр. Ҡайтыр юлда Изге Николай ҡатын-ҡыҙҙар монастырына һуғылыу мөмкинлеге бар. XIX быуатта һалынған готик стилле был православие ҡорамында ике монахиня йәшәй.

Туристарға ауыл өйөндә экологик таҙа, бер ниндәй өҫтәмәһеҙ-ҡушылмаһыҙ саф ауыл ризығы менән һыйланыу бигерәк тә оҡшай. Уларҙы Ләлә Файыҡ ҡыҙы һыйлай.

Ләлә Сөләймәнова йәшләй генә ике бала менән тол ҡала. Булһа була бит кешелә дыуамаллыҡ, эшҡыуарлыҡ һәләте. Ауылда ул иң беренсе булып сәскә магазины аса. Уңырына кеше ышанып бөтмәһә лә, эшен ташламай, магазин иһә ғаиләне аҫрар аҡсаны килтереп тора. Ауылда рулгә ултырған беренсе ҡатын-ҡыҙ ҙа ул була. Хәҙер инде бешеренеү оҫталығынан, дарыу үләндәрен белеүенән файҙа күрә.

Сөләймәноваларҙың йортона килгән сәфәрселәрҙе бесәйе менән мосолман кейемендә 62 йәшлек хужабикә ҡаршылай. Ул төркөмгә бер нисә төрлө ризыҡ бешереп тора. Табынға бишбармаҡ, ҡыҫтыбый, ваҡ бәлеш ҡуя, үҙ ҡатығы, ҡаймағы, эремсеге бар, йәнә бал, етен орлоғонан урбеч, үлән сәйе – һәммәһе тәмле, йәмле. Үләндәрҙе лә үҙ баҡсаһында үҫтерә, йыя, киптерә. Был тиклем эштәрҙе башҡарырға көстө намаҙ уҡыуым бирә, ти Ләлә апай.

Ауылда турбизнесты артабан үҫтереү өсөн Ләйсән туристарға кемпинг рәүешендә тирмә ҡуйыуҙы, “Торатау” геопаркына һуғылыуҙы ла маршрутҡа өҫтәүҙе планлаштыра.

Яңғырса йүнселдәре менән “Башинформ” таныштыра.

Читайте нас: