+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2021, 12:03

9 МАЙҘА БАЙРАМ САЛЮТЫНАН ҺУҢ НИСЕК ҠАЙТЫРҒА ТИП БОРСОЛМАҒЫҘ

9 майҙа байрам салюттары Ленин исемендәге майҙанда һәм «Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайы майҙанында була, 23 сәғәттә башлана, тип хәбәр ителә Өфө ҡала хакимиәте сайтында.

9 майҙа байрам салюттары Ленин исемендәге майҙанда һәм «Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайы майҙанында була, 23 сәғәттә башлана, тип хәбәр ителә Өфө ҡала хакимиәте сайтында.
Октябрь проспектында салюттан һуң халыҡты ҡаланың төрлө биҫтәләренә (Дим, Инорс, Затон, Һупайлы, Йәшел сауҡалыҡ, Черниковка) ташыу өсөн өҫтәмә транспорт сығарыласаҡ, төрлө яҡҡа 10 троллейбус, “Дәүләт циркы” туҡталышында 4 трамвай көтөп торасаҡ.
Ә Мотор эшләүселәр һарайы алдында халҡыҡты Шакша, Инорс, Максимовка, Черниковка яҡтарына йөрөгән йәмәғәт транспорты көтәсәк.
Роспотребнадзор күмәк кешеле урындарҙа һәр кемгә маска кейергә һәм социаль дистанцияны һаҡларға тәҡдим итә.
Өфө ҡала хакимиәте сайтындағы фото.
Читайте нас: