-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2021, 12:23

АҒИҘЕЛДӘ – АҠ ТЕПЛОХОД...

Кисә төҙөкләндерелгән Ағиҙел ярына, Дуҫлыҡ монументындағы причалға, өс палубалы «Русь Великая» круиз теплоходы килеп туҡтаған.

Кисә төҙөкләндерелгән Ағиҙел ярына, Дуҫлыҡ монументындағы причалға, өс палубалы «Русь Великая» круиз теплоходы килеп туҡтаған.

Был ваҡиға – Башҡортостан Хөкүүмәте, «Камводпуть» федераль бюджет учреждениеһы етәкселеге һәм «Экспресс-тур» компанияһының берлектәге эше һөҙөмтәһе, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте. Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков судноның йыһазландырылышы менән танышҡан, капитан менән әңгәмәләшкән.

Теплоход «Ағиҙел – Арҡайым планетаһы» круизын Мәскәү – Углич – Ярославль – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Ағиҙел – Бөрө – Өфө – Чебоксар – Кострома – Мәскәү маршруты буйынса башҡара. Туристар Мәскәүҙән Өфөгә бер аҙна самаһы килгән, Алтын ҡулсаның иң йәмле урындарында туҡтаған. Суднола өс тапҡыр ашатыу, күңел асыу программаһы ҡаралған.

Һәр ҡалала экскурсиялар үтә. Бөрө ҡалаһында туристар «Арҡайым үҙәне» һәм «Бөрө – рус сауҙагәрҙәре ҡалаһы» тигән йүнәлештәрҙә булған. Мәскәүҙән Өфөгә тиклем һәм ҡабат Мәскәүгә юлда туристар 15 көн була.

«Русь Великая» теплоходы судноларҙың «йылға-диңгеҙ» универсаль тибына ҡарай. 2013 йылда төҙөлгән һәм заманса техника менән йыһазландырылған.

Круиз лайнеры Ағиҙел йылғаһында пассажир турист суднолары хәрәкәтен башлап ебәреүсе булыуы ихтимал. Өфө ҡасандыр үҙенә бирелгән биш диңгеҙ баш ҡалаһы тигән атамаһын кире ҡайтарыр тигән өмөт бар.

Судно хужалары һәм туристик маршруттарҙы ойоштороусылар менән партнерлыҡты үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәр дауам иттереләсәк, тип яҙа мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: