Беҙгә был учреждение Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто булараҡ киң билдәле. Юбилей уңайынан был йортта тәрбиәләнеп сыҡҡандар, унда оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйыла, фотокүргәҙмә һәм юбилей альбомы эшләнә.
24 апрелдә ойошманың 100 йыллығына бағышлап, «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары эсендә Үҙәк биләмәһендә ағастар ултыртҡандар, шулай итеп, Шәһит Хоҙайбирҙин аллеяһы барлыҡҡа килгән.
28 майҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театрында Үҙәктең 100 йыллығына арналған тантана үткәреләсәк.
Учреждение 1921 йылдың майында Социалистик революция һәм Граждандар һуғышы барышында етем ҡалған башҡорт милләтле балаларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙәк мәктәпкәсә йәштәге балалар йорто булараҡ БАССР-ҙың танылған дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин башланғысы буйынса асыла. 1924 йылда нигеҙ һалыусы хөрмәтенә уға Хоҙайбирҙин исеме бирелә.
1989 йылда 3-сө һәм 8-се балалар йорто, 1-се мәктәпкәсә йәштәге балалар йорто ҡушылып, етем йә ҡараусыһыҙ ҡалған бер туған балаларҙы айырмау өсөн шарт тыуҙырыла.
2020 йылдан ойошмаға “Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә буышлыҡ үҙәге” Башҡортостан Республикаһының етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт бюджет учреждениеһы тигән атама бирелә.