Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә торлаҡтарҙың газ менән тәьмин ителеү кимәлен күтәреү кәрәклеге тураһында әйткәйне.
Һынау быйыл икенсе кварталда башланып, дүртенсе кварталда тамамлана.
Һәр төбәктә берҙәм газ операторы булдырыласаҡ. Граждандар йортон газ үткәргескә тиҙ һәм ҙур сығымдарһыҙ тоташтырыу мөмкинлеген аласаҡ. Торбаны йорт участкаһы сигенә тиклем килтерәләр, ә участка эсенән үткәреү һәм өй эсенә индереү эштәрен граждандар үҙ иҫәбенә башҡарырға тейеш була. Әммә был яҡшылыҡ бөтәһенә лә тәтемәйәсәк. Өс шарты бар.
Беренсенән, “Газпром” бәләкәй йорттарҙы ғына газ торбаһына бушлай тоташтырырға йыйына. Бәләкәй йорттар тип майҙаны 300 квадрат метрҙан кәмерәк булған йорттар һанала.
Икенсенән, участка газ бүлеү селтәренән 200 метрҙан да алыҫта булырға тейеш түгел.
Өсөнсөнән, йорт хужалығы газды сәғәтенә 7 кубометрҙан артыҡ ҡулланмаҫҡа тейеш.
Хөкүмәттең “юл картаһы”нда билдәләнеүенсә, газ менән тәьмин ителгәнлек 2020 йылғы 71 проценттан 2030 йылға 83 процентҡа етергә тейеш.