Вильфанд һөйләүенсә, Бөтә донъя метеорология ойошмаһы был айҙарға һауа температураһына фараз картаһын төҙөгән. Төньяҡ ярымшарҙа температураның норманан юғары булыуы фаразланған. Уның үтәлеү ихтималлығы 70 проценттан ашыу, Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Урал өсөн 50 процент самаһы, ә Азия өлөшөндә 60 проценттан ашыу тәшкил итә.
Вильфанд шулай уҡ “аҡ таптарға” ла иғтибарҙы йүнәлтә. Был урындарҙа ошо ваҡыт эсендә бер тамсы ла яуым-төшөм булмауы көтөлә икән.