-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 12:13

БАТЫРҘАР ҺӘЙКӘЛДӘРЕ СӘСКӘГӘ КҮМЕЛДЕ

Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.

Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Тантанаға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары килгәйне. Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре, ӨДАТУ һәм Рәсәй ЭЭМ Өфө юридик институты курсанттары тантаналы саф булып үтте.
Республика етәксеһе күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә венок һалды.
Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәли Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына, тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә лә сәскәләр һалды. Төбәк етәксеһе ветерандар һәм өфөләр менән аралашты.

Читайте нас в