Юлдарҙы тикшереүҙә ҡала мэрияһының сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов, шулай уҡ «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы, Стәрлетамаҡ Йәмәғәт палатаһы, подряд ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Комиссия автомобиль юлдарының формаһын юғалтҡан һәм емерелгән, сатнаған урындарын һәм башҡа кәмселектәрен эҙләгән.
Илдар Усманов әйтеүенсә, һәр объектҡа гарантия срогы билдәләнгән: асфальт япманың өҫкө ҡатламы өсөн – 4 йыл, бортының таштары өсөн – 2 йыл, люктар өсөн – 3 йыл, юлға һалынған билдәләр өсөн – 6 ай. Гарантия срогы ваҡытында етешһеҙлектәр табылһа, подрядсы уларҙы үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш. Юл япмаһын тикшереү йомғаҡтары буйынса гарантия тикшереүе акты төҙөләсәк һәм подрядсыға ебәреләсәк.