– Ошо ике аҙна хәл иткес буласаҡ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Аныҡ ҡарарҙы 24 майҙа ҡабул итербеҙ.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Хөкүмәт дөрөҫ ҡарашта тора. Быйылғы йыл да еңел булмаҫ һымаҡ. Йәйге айҙарҙың ҡоро килеүе көтөлә, тимәк, янғындар күп буласаҡ. Тажлы зәхмәт менән көрәш тә бик көсөргәнешле дауам итә. Ошондай шарттарҙа һабантуйҙы үткәрмәү тураһында ҡарар ҡабул ителһә, ғәжәпләнмәгеҙ.