+14 °С
Болотло
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә был мәсьәлә лә күтәрелгән. Вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, ата-әсә вакцина алһа (беренсе компонентын булһа ла) йә ауырыуҙы үткәреп, антителоларҙың юғары титрына эйә булһа, уға рөхсәт бирергә тәҡдим иткән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров айырым режим тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушҡән. Тимәк, ата-әсәләр алдында балаларының байрамында ҡатнашыу мөмкинлеге асыла.
Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.