+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 11:48

БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ БУЙЫНСА ЭШТЕ ӘҮҘЕМЛӘШТЕРЕРГӘ ҠУШТЫ

Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Хөкүмәткә Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшләргә ҡушты. Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙың береһе 2023 йылға тиклем газлы ауыл-ҡасабаларҙа газһыҙ ҡала килгән бөтә йорттарҙы ла селтәргә бушлай тоташтырыуға ҡағыла.

Ошо уңайҙан Радий Хәбиров республикала ҡабул ителгән һәм эшләгән программа – газ селтәрҙәренә тоташыу өсөн льготаларға эйә кешеләргә 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар бирелеүен телгә алды һәм льготалы төркөмдәрҙе күбәйтеү ихтималлығы барлығын әйтте.

Кәңәшмәлә Мөрәжәғәтнамә положениеларынан тәрәнәйтелгән медицина профессиональ тикшереүенә һәм диспансерлаштырыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтелде. Радий Хәбиров вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға улар менән ныҡлы шөғөлләнергә ҡушты.

Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.

Читайте нас: