Нуриманда ағас ултыртырға байтаҡ халыҡ килгән. Унда Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиков, республика лесничестволар идаралығының Нуриман лесничество бүлеге, Нуриман урман хужалығы, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре, муниципаль органдар вәкилдәре, ирекмәндәр ҡатнашҡан.
Урман хужалығы етәксеһе әйтеүенсә, акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала, киләһе сара 15 майға билдәләнгән.
Нуриман лесничествоһында "Экология" милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү һәм ишәйтеү буйынса планлы эштәр ҙә дауам иттерелә.