+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:04

“ЭКОЛОГИЯ – ҺӘР КЕМДЕҢ ЭШЕ” ПРЕМИЯҺЫ САҠЫРА

Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы педагогтарҙы һәм балалар менән үҫмерҙәрҙе «Экология – һәр кемдең эше» тигән халыҡ-ара премияла ҡатнашырға саҡыра. Уны Федераль тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте (Росприроднадзор) үткәрә.

Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы педагогтарҙы һәм балалар менән үҫмерҙәрҙе «Экология – һәр кемдең эше» тигән халыҡ-ара премияла ҡатнашырға саҡыра. Уны Федераль тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте (Росприроднадзор) үткәрә.
Премия балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тәбиғәткә аңлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатын ҡуя. Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева фекеренсә, кешелек тәбиғәткә көн һайын иҫ киткес ҙур көсөргәнеш яһай, һәм уны һаҡлауға йүнәлтелгән һәр эш-ғәмәл тирә-яҡ мөхиткә файҙа килтерә. Был саралар «Экология» милли проекты маҡсаттарына ла яуап бирә.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн 12 төп номинация һәм ваҡиғаны яҡтыртҡан матбуғат саралары өсөн махсус номинация булдырылған.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр үҙенең эко-донъяһы тураһында видеоролик ебәрә ала, унда тәҙрә төбөндә үҫтергән гөлө йәки эко-такси ҡулланыуы һәм тәбиғәткә арналған башҡа эш-ғәмәлдәре тураһында һөйләй ала. Былар барыһы ла – баланың эко-донъяһы. «Эко-этикет» тигән номинация ла ҡыҙыҡлы. Унда ҡатнашыусылар этикеттың экологик ҡағиҙәләрен ижад итә, башҡа идеялар тәҡдим итә ала.
Ғаризаны премияның рәсми сайтынан бирергә мөмкин. Конкурста 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурс эштәре 2021 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә 25 ноябрҙә була. Еңеү яулаған конкурсанттар улай уҡ «Орленок» экологик лагерында ял итә аласаҡ. Бөтә мәғлүмәттәр сайтта: https://xn--80afbcbeimqege7abfeb7wqb.xn--p1ai/ .
Читайте нас: