+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:31

ГРАЖДАНДАРҒА РӨХСӘТ ИТЕЛГӘН ҠОРАЛ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ ЭШЛӘНӘ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазандағы мәктәптә булған атыштан һуң кисекмәҫтән граждандарҙың ҡорал тотоуына ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе ҡатырыу буйынса саралар күрергә ҡушҡан.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазандағы мәктәптә булған атыштан һуң кисекмәҫтән граждандарҙың ҡорал тотоуына ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе ҡатырыу буйынса саралар күрергә ҡушҡан.
Был турала, Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанып, ТАСС хәбәр итә.
Росгвардия башлығы Виктор Золотовҡа халыҡҡа ниндәй ҡорал төрҙәре рөхсәт ителеүе тураһында яңы положение эшләргә, унда мәктәптәге енәйәтсе ҡулланған ҡорал төрөн дә күҙҙә тоторға ҡушылған.
Читайте нас: