+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 12:39

ВАКЦИНА ҠАҘАТҠАН ӨФӨЛӘР ҠИММӘТЛЕ ПРИЗДАР ОТА АЛА

Өфөлә коронавирустан вакцина алған кешеләр шәп акцияла ҡатнаша ала. Акцияла уйнатылған приздар араһында смартфондар, Өфөлә фатир һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр бар. Бының өсөн 14 майҙан 20 июнгә тиклем коронавирустан прививка эшләтергә, махсус код яҙылған флайер алырға һәм кодты ufa-zdorov.ru сайтында теркәтергә кәрәк.

Акцияға йомғаҡ 23 июндә «Вся Уфа» телеканалында тура эфирҙа яһала, унда теркәлгән кодтар буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыласаҡ.

Әле смартфондар мәсьәләһе хәл ителә: Iphone12 булырмы, Самсунгтың һуңғы моделеме?

Акцияны Өфөнө үҫтереү фонды ойоштора.

Читайте нас: