+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 15:47

БАШҠОРТОСТАНДА ЕТЕШТЕЛГӘН АВТОТРАНСПОРТҠА ҺОРАУ АРТА

Быйыл ғинуарҙан мартҡа тиклем автотранспорт етештереү былтырғы шул уҡ осорға ҡарата – 152,5 процентҡа, башҡа төрлө транспорт продукцияһы етештереү 156,9 процентҡа үҫкән.

Быйыл ғинуарҙан мартҡа тиклем автотранспорт етештереү былтырғы шул уҡ осорға ҡарата – 152,5 процентҡа, башҡа төрлө транспорт продукцияһы етештереү 156,9 процентҡа үҫкән.
Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, троллейбустар етештереү – 19,3 тапҡырға, 10 тоннанан ауырыраҡ тағылмалар һәм ярымтағылмалар 4 тапҡырға, автобетоновоздар – 2,2 тапҡырға, махсус автотехника – 2 тапҡырға артҡан, автобустар сығарыу – 132,7%, ауырлығы 0,75 тоннаға тиклемге тағылма һәм ярымтағылмалар – 120%, автотранспорт өсөн электр һәм электронлы ҡорамалдар – 118,2%, комплектлаусылар – 112,4%, кузовтар – 111,4% тәшкил иткән.
Башҡортостан машина эшләү компаниялары 9,9 млрд һумлыҡ тауар оҙатҡан, был үткән йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда 14,4 процентҡа артыҡ.
«НефАЗ» етештереүҙе – 10,5 процентҡа, Туймазы автобетоновоздар заводы – 1,5 тапҡырға арттырған. Өфө трамвай-троллейбус заводы Сыуашстанға 68 троллейбус оҙаҡтан.
Ә Ишембай «Витязь» компанияһы нефть һәм газ сығарыу компанияларының инвестиция программалары ҡыҫҡарыу сәбәпле етештереүсе кәметкән.
Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы – 100,5%, РФ-та 98,7% тәшкил иткән.
Сығанаҡ: “Башинформ” .
Читайте нас: