+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 18:21

ДОНЕЦКИҘА ҺӘМ ЛУГАНСКИҘА МИҢЛЕҒӘЛИ ШАЙМОРАТОВТЫ ОНОТМАЙҘАР

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килеүгә ете йыл уңайынан үткәрелгән тантаналарҙа ҡатнашып ҡайтты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килеүгә ете йыл уңайынан үткәрелгән тантаналарҙа ҡатнашып ҡайтты.
Был ерҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1943 йылдың февралендә генерал-майор Шайморатов командалыҡ иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан, Дебальцевоны алыр өсөн ҡан ҡойған. Легендар комдив һәм күп яугирҙәр ошонда баш һалған.
Башҡорт дивизияһының ҡаһарманлығын бында онотмайҙар. ЛХР-ҙа Башҡорт атлылары исемендәге сквер бар, унда беҙҙең атлыларға һәйкәл ҡуйылған.
Әлеге сәфәрҙә Радий Хәбиров менән делегация ағзалары был скверҙа ағастар ултыртҡан. Йәнә улар Штыровка ҡасабаһы эргәһенә, Рәсәй Геройы Минлеғәли Шайморатов һәләк булған урынға, барғандар. Артабан ЛХР-ҙың Петровское ҡалаһында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп эсендә ҡаһарман комдивтың бюсын асыу тантанаһында ҡатнашҡандар. Был ҡаланың эргәһендә Совет яугирҙәре һәйкәле менән туғандар ҡәберлеге бар. Миңлеғәли Шайморатов та шунда ерләнгән. Башҡортостан делегацияһы һәм уның етәксеһе Радий Хәбиров был һәйкәлгә лә сәскәләр һалған.
ЛХР Башлығы Леонид Пасечник Радий Хәбировҡа “Луганск Халыҡ Республикаһының рәхмәтле халҡынан” миҙалын тапшырған.
Былар хаҡында Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фотолар: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: