РФА-ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтының төп ғилми хеҙмәткәре, сирень коллекцияһы кураторы Наталья Полякова әйтеүенсә, был яҙ иң беренсе булып ябай сирень сәскә атҡан. Ғәҙәттә июнь уртаһында ғына сәскәгә күмелә торған амур сирене лә бөрөләрен асырға йыйына.
«Амур сирененең хуш еҫе ғәҙәти сирень өсөн хас булмағанса — унан сағыу бал еҫе килә, бөтә бөжәктәрҙе ылыҡтыра. Ләкин унда бал ҡорто күренмәй, бәлки, һуты бал өсөн яраҡлы түгелдер», — ти ғалимә.
Өфө селекционерҙар коллекцияһында «Мулатка» тигән сорт бар, сәскәһенең төҫөнә шоколад төҫмөрө лә ҡушылған. Уны селекционер Николай Михайлов сығарған.
Ботаника баҡсаһында шулай уҡ үткән быуаттың 70-се йылдарында был баҡсаның хеҙмәткәре Александра Сахарова сығарған ете сорт сирень үҫә. Беҙҙең илдә генә түгел, ситтә лә билдәлеләре — «Салауат Юлаев», «Алёша», «Айгөл», «Гөлнәзирә» сорттары.
«Алёша — Бөйөк Ватан һуғышына һәм уның батырҙарына арнап сығарылған сорттарҙың береһе, ул «Еңеү сирене» тигән акцияла ла ҡатнашҡан», — ти Наталья Полякова.
Әлеге ваҡытта Өфө сиренгарийында 260 таксонға (төрҙәре һәм сорттары) ҡараған 600-ҙән ашыу сирень ҡыуағы бар. Сирень ғәҙәттә ботағын тамырландырып ултыртҡандан һуң өс-дүрт йылдан сәскә ата.
«Сирендә гликозидтар — күпләп ҡулланғанда ағыуландыра торған берләшмәләр бар. Шуға биш тажлы сәскә бөртөгөн ашаһаң, бәхет килтерә тигән боронғо ырымға ышанып, уны күпләп ашарға ярамай. Сирень сәскәһенән эшләнгән төнәтмә халыҡ медицинаһында шешкә, елһенеүгә ҡаршы сара итеп ҡулланыла», — ти Наталья Полякова.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: Наталья Полякованың шәхси архивынан.