+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 22:34

ИГЛИНДАР 20 КИЛО ШЫРШЫ ОРЛОҒО СӘСКӘН

Ер йөҙөндә планетаның үпкәһе тип йөрөтөлгән, кислород сығанағы булған күпме ағас ҡырыла, күпме урмандар яна! Шуға ағас ултыртыу иҫ киткес кәрәкле һәм сауаплы эш булып тора.

Ер йөҙөндә планетаның үпкәһе тип йөрөтөлгән, кислород сығанағы булған күпме ағас ҡырыла, күпме урмандар яна! Шуға ағас ултыртыу иҫ киткес кәрәкле һәм сауаплы эш булып тора.
2019 йылдан алып «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы ишәйтеү буйынса ҙур эш алып барыла. 2024 йылға был проект ҡырҡылған һәр төп өсөн яңы ағас ултыртып барыу, йәғни урмандарҙы 100 проценты менән тергеҙеп барыу бурысын ҡуя.
Урман белгестәре йәшел ҡалҡанды тергеҙеү өсөн үрсетмә материалдың сифаты ни тиклем мөһим булыуын яҡшы белә.
– Урман фондында урмандарҙы тергеҙеүҙе сифатлы алып барыу иң мөһиме һанала, – ти Иглин урман хужалығы директоры Юламан Ҡайыҡбирҙин. – Беҙҙең лесничествола урмандарҙы тергеҙеү буйынса планлаштырылған эштәр тулы күләмдә башҡарыла йә арттырып үтәлә. 12 майҙа Иглин урман белгестәре Таутөмән питомнигында 0,4 гектарҙа культивация үткәрҙе һәм 8 түтәл ярҙы, МТЗ-82 тракторы сәскесе менән 20 кг шыршы орлоғо сәсте, шунан түтәлдәрҙе бысҡы онтағы менән ҡаплатып сыҡты.
Урман хужалығы етәксеһе ағас ултыртыуҙа ирекмәндәрҙең һәм хеҙмәт коллективтары вәкилдәренең дә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы.
Читайте нас: