Бөтә баннерҙар майҙаны – 2,8 мең квадрат метр. Хаҡы 1,5 миллионға төшкән. Уны һатып алыу һәм ҡуйыу сығымдарын бағыусылар күтәргән.
Йөҙләү эштәрен “Золотое руно” компанияһы башҡара. “Әр-Рәхим” мәсете, Аллаһ бирһә, 2024 йылға асылыр тип көтөлә.
Былар хаҡында Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының матбуғат секретары Ғәзиз Йосопов һөйләгән.