-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 16:16

ТЕШҺЕҘ ЙӘШӘП БУЛАМЫ?

Кешегә теш ниңә кәрәк? Йылмайыу өсөн. Тик аҡса янсығың буш булһа, йылмайғы килеп тормай. Йылмаймағас, теш нимәгә?

Кешегә теш ниңә кәрәк? Йылмайыу өсөн. Тик аҡса янсығың буш булһа, йылмайғы килеп тормай. Йылмаймағас, теш нимәгә?

Аруҡ һәлмәк янсыҡлы бер ханым, мәҫәлән, аҡсаһын алтын биҙәүестәргә, ҡиммәтле бәлтә-тундарға, сумка, аяҡ һауыттарына тотона, тик тешкә аҡсаһы ҡалмай ҙа ҡуя. Хәйер, тешһеҙлеген өҫтөнлөккә әйләндерә белә ул, ҡиммәтле тун менән Джоконданыҡы кеүек серле йылмайыу кейеп, күп һөйләнмәй торған етди, һауалы ғына бер ханым булып йөрөй.

Теш һәм реклама белгестәре бер булып, кешене теш табиптарына йүгертергә бик тырыша былай. Тештәрең, айырыуса аҙауҙарың булмаһа, сәйнәлмәгән аҙыҡ аш эшкәртеү ағзаларын боҙа, тороп ҡалған тештәр шылып, ауыҙ рәүешен йәмһеҙләтә һәм башҡа ҡурҡытҡыстар күп.

Юҡ, тешле булһаң, барыбер рәхәтерәк. Стоматология клиникалары хәҙер бик күп, теләгәнен һайла. Әле Башҡортостанда 133 дәүләт, 669 шәхси клиника бар

Быйыл ғына Өфөлә ете, шулай уҡ Нефтекама, Ишеимбай, Салауат, Белорет, Мәләүез, Стерләтамаҡ, ҡалаларында, Өфө, Иглин, Дыуан, Ейәнсура райондарында яңы теш клиникалары асылған, тип яҙа “Башинформ”, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән сығып.

Өҫтәүенә, республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында һаулыҡ тураһында йышыраҡ уйлағанда ла булалыр.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Читайте нас: