+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2021, 20:12

ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Бишенсе өлөш

Ҡунаҡты түргә саҡырҙылар. Урал шуға иғтибар итте: Нәғим үҙен бик ышаныслы тота, тиҙ генә үҙен ҡулға алды, йөҙөндә ҡыуаныу ишараты ла барлыҡҡа килде. – Рәмзилә, сәй ҡуй, беҙгә Урал Булатович килгән. Зал ишегендә Рәмзилә күренеп ҡалды һәм кухняға үтеп китте. Урал менән Нәғим залға үттеләр. Начальниктың йәне көйҙө: күршеләр тәки уҙҙырҙы, ҙур бүлмәле фатир тапҡандар. Нәғимде ҡәҙерләүҙәренә шикләнергә ярамай. Урамдарҙы грейдер менән ҡарҙан таҙартыусы механизатор бик кәрәкле һөнәр ҙур ҡалаларҙа. Уның ҡулдарына юлдарҙың именлеге ышанып тапшырыла. Яҙ көнө ҡарҙар иреп, ер таҙарғас, ҡыйралып бөткән бордюрҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Тимәк, бында тәжрибәһеҙ механизатор эшләгән. Унан һуң күпме төҙәтергә, яңынан ремонтларға, аҡса түгергә кәрәк. Ә Нәғим – үҙ эшенең оҫтаһы. Унан һуң ремонтлап торорға ла кәрәкмәй.


ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР
Хикәйә
Бишенсе өлөш
Ҡунаҡты түргә саҡырҙылар. Урал шуға иғтибар итте: Нәғим үҙен бик ышаныслы тота, тиҙ генә үҙен ҡулға алды, йөҙөндә ҡыуаныу ишараты ла барлыҡҡа килде.
– Рәмзилә, сәй ҡуй, беҙгә Урал Булатович килгән.
Зал ишегендә Рәмзилә күренеп ҡалды һәм кухняға үтеп китте. Урал менән Нәғим залға үттеләр. Начальниктың йәне көйҙө: күршеләр тәки уҙҙырҙы, ҙур бүлмәле фатир тапҡандар. Нәғимде ҡәҙерләүҙәренә шикләнергә ярамай. Урамдарҙы грейдер менән ҡарҙан таҙартыусы механизатор бик кәрәкле һөнәр ҙур ҡалаларҙа. Уның ҡулдарына юлдарҙың именлеге ышанып тапшырыла. Яҙ көнө ҡарҙар иреп, ер таҙарғас, ҡыйралып бөткән бордюрҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Тимәк, бында тәжрибәһеҙ механизатор эшләгән. Унан һуң күпме төҙәтергә, яңынан ремонтларға, аҡса түгергә кәрәк. Ә Нәғим – үҙ эшенең оҫтаһы. Унан һуң ремонтлап торорға ла кәрәкмәй.
– Йә, нисек, Нәғим, эштәр барамы? – тине начальник.
– Бара, өйрәнгән эш инде. Эш хаҡтары һеҙҙәге һымаҡ.
– Нәғим, һин минең килеүгә аптырайһыңдыр инде, – тине Урал, уңайһыҙланып ҡына.
– Юҡ та, – тине Нәғим, – мин артығын төпсөнгәнем юҡ. Булған да үткән. Беҙ Рәмзилә менән киләсәккә пландар ҡорабыҙ, шуға бөтәһен дә яңынан башларға мөмкинлек бар.
Урал шуға төшөндө: был егет үҙенең нимә һөйләгәнен белә, киләсәгенә ышаныслы ҡарай, иң мөһиме – үҙ көсөнә таянырға тырыша.
Өндәшмәй генә ултырып сәй эстеләр. Рәмзилә ҡыҙы янына сығып-сығып керҙе.
Урал шуға ҡыуанды: уның ярҙамынан баш тартмайҙар һәм киләсәктә лә ҡаршы төшмәйәсәктәр. Тик бындай килеп күренгеләп йөрөүсе олатай статусы уны ҡәнәғәтләндерерме? Өйөнә ҡайтып барғанда олатай кеше шул хаҡта уйланды. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡатыны менән яңы донъя көтә башлаған саҡтарын хәтерләне, улын нисек тәрбиәләүен иҫкә төшөрҙө.
Өйҙә ҡатыны уны ишек төбөндә үк ҡаршы алды.
– Бик ҡәнәғәт ҡайтып керҙең, юлдарың уңған, ахыры, – тине ҡатыны кинәйә менән.
– Эйе, Вәзирҙең ҡыҙын барып күрҙем.
– Әйтәм, йәшәреп киткән кеүекһең, хәҙер һиңә эш табылды, һуңлап ҡайтыуға сәбәп тә бар.
– Белмәйем, миндә бер ниндәй хис-тойғо ла юҡ әлегә, – тине Урал. – Ҡыуанырға ла, борсолорға ла белмәйем.
– Шулайҙыр, –тине ҡатыны. – Һин унда, белмәйем, кемдең балаһын ҡарап йөрөйһөң, ә бында үҙеңдең улың һинең йомартлыҡ арҡаһында штраф түләй.
Шул ваҡыт йөҙө йәмрәйгән улы ҡайтып керҙе.
– Хәйерле кис, – тине ул, бер нәмә лә булмағандай.
– Хәлдәрең нисек, улым? – тине атаһы.
– Атай, һиңә яҡшыраҡ билдәле инде минең хәлдәр,– тине улы. – Әйткәндәй, атай, мине ғәфү ит, һин бөгөн хаҡлы булдың. Миңә һинең алдыңда шул тиклем уңайһыҙ. Шуға һуңлап булһа ла хаталарымды төҙәтергә булдым.
Атаһы ентекләп улына ҡараны. Улы бөтөнләй икенсе хәйлә башланы түгелме һуң?
– Улым, аңлайышлыраҡ һөйләһәңсе. Был һүҙҙәреңде нисек ҡабул итергә?
– Мин үҙемдең ғәйебемде таныйым, атай. Рәмзилә менән ғаилә ҡорорға, ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашырға теләйем.
Әсәһе менән атаһы бер-береһенә ҡарашты.
– Һин, улым, туй үткәреү тураһында һөйләмәйһеңдер ул? – тине әсәһе.
– Нишләп туй үткәрмәйбеҙ? – тине Вәзир. – Берҙән-бер улығыҙ өйләнә, әллә һеҙ уның бәхетле булыуын теләмәйһегеҙме?
Әсәһенән бигерәк атаһы өнһөҙ ҡалды. Бая ғына Рәмзилә менән Нәғимде күреп ҡайтҡас, нимә тип әйтергә лә белмәне.
– Һин, Вәзир, беҙҙе ҡаршы төшә тип уйлама, – тине атаһы, һүҙҙәрҙе аҡрынлап һайлап-һайлап ҡына. Әсәйең дә, мин дә һине бәхетле күрергә теләйбеҙ. Мин әле генә Рәмзиләне, ҡыҙыңды күреп ҡайттым. Һиңә, улым, нисегерәк аңлатырға? Һин һуңламаныңмы, һине унда көтәләрме, шул хаҡта нисек уйлайһың?
– Нисек һуңламаныңмы? Атай, һин нимә һөйләйһең ул? Ул ҡыҙ минеке, мин унан баш тартмайым. Әгәр ышанмаһалар, ДНК анализы алһындар.
Шул ваҡыт быға тиклем өнһөҙ ултырған әсәһе һүҙгә ҡушылды:
– Улым, Вәзир, был бик етди мәсьәлә. Атайың дөрөҫ әйтә: беҙ һиңә ҡаршы түгел. Һинең өсөн генә йәшәйбеҙ, тиһәк тә була.
– Ә кем быға шикләнә? – тине Вәзир. – Былар әлегә һеҙҙең һүҙҙәр генә. Ә һеҙ уны хәҙер эш менән раҫлағыҙ. Мин бөгөндән туйға саҡыраһы кешеләрҙең исемлеген төҙөргә ултырам. Туй өсөн Президент-отелде яллаһағыҙ, етәр тип уйлайым. Ҡала районының иң билдәле шәхестәренең береһе улын өйләндерә. Был хаҡта бөтә ҡала геүләп һөйләйәсәк. Бүләккә, әлбиттә, фатир бирерһегеҙ.
Атаһы өҫтәлгә бер һуҡты ла:
– Беҙ һинең бөтә талаптарыңды ла үтәйәсәкбеҙ. Ә ул ҡатын һиңә кейәүгә сығырға риза булырмы, һин шул турала уйлағаның бармы? – тине.
– Мин бит уны һиңә ебәрҙем, атай, – тине Вәзир. – Һин уға ярҙам иткәнһеңдер, тип уйлайым. Адресын бир, хәҙер уны ошонда алып ҡайтам.
– Ниңә, дөрөҫ әйтәһең, улым, – тине әсәһе. – Ниңә оҙаҡҡа һуҙырға? Бер ай эсендә бөтәһен дә хәл итеп, туй үткәреп ҡуйырбыҙ. Уныһы ғына беҙҙең ҡулдан килерлек. Тик һин генә бәхетле бул, улым.
Атаһы улына ябай ғына һүҙҙәр менән Рәмзиләнең ҡайҙа киткәне хаҡында һөйләп бирҙе.
– Бер ҡурҡынысы ла юҡ, – тине Вәзир. – Бер-ике иптәшемде алып, өйөнә барып инәм дә Рәмзиләне ҡыҙы менә ултыртып алам да ҡайтам. Ишетәһеңме, атай, нисек шәп яңғырай: начальниктың улы ҡатыны менән ҡыҙын урлап алып ҡайтҡан! Хәйер, атай, быныһы һинең мәшәҡәт түгел, һин борсолма. Дөмбәҫләшеү, ҡан ҡойош булмаясаҡ. Ипле генә, тыныс ҡына итеп ҡатынымды ошонда алып ҡайтасаҡмын. Әгәр кәрәк булһа, дуҫтарым араһында бар, бер-ике полицейский эйәртә алам. Атай, егете ҡайҙан тинең әле?
– Ауылдан, – тине Урал. – Элек механизатор булып эшләгән.
– Ҡайтып китһен! – тип ярһыны егет. – Ауылда йәшәһен! Юғиһә картуф, булка үҫтерергә кеше юҡ. Әгәр үҙ теләге менән ҡайта белмәһә, ярҙам итербеҙ. Так что, атай, был айҙа янға ҡалдырған аҡсаңа урын табылды. Мин унан баш тарта алмайым. Хәҙер минең ҡыҙым, эшһеҙ ултырған ҡатыным бар. Миңә тағы ла күберәк эшләргә тура киләсәк.
***
Рәмзилә ҡыҙын коляскаға һалды ла урамға алып сыҡты. Анауында шыршылар үҫеп ултыра, ҡайындар күренә, эргәһендә балалар уйнап йөрөй. Шулар янында саф һауа һулаһындар. Бер сәғәткә яҡын йөрөнөләр. Урамға тәүге тапҡыр сыҡҡанғамы икән, ҡыҙыҡай уянмайынса йоҡланы. Телефоны шылтыраны. Ҡараһа, Вәзир икән. Рәмзилә өндәшмәне. Байтаҡ шылтыратты Вәзир. Аҙаҡтан смска килеүе хаҡында сигнал ишетелде. Рәмзилә оҙаҡ ҡына ултырҙы. Смска уны ҡыҙыҡһындырмай ине. Уҡырға ла теләге юҡ. Ҡатындың бар теләге – уның хаҡында онотоу һәм унан баш тартыу. Әхирәте шылтыратты.
– Йә, Рәмзүк, ни хәлдә? Адресыңды белә алдыңмы инде? – тине ул аҫтыртын ғына.
– Әлбиттә, беләм, – тине ҡатын. – Шыршылар урамы, 5/2, 18-се фатир.
Теге башта өнһөҙ ҡалдылар.
– Ысынлап әйтәһеңме, алдамайһыңмы? – тинеләр аҙаҡ.
– Әлбиттә. Хәҙер үк кил, күреп китә алаһың.
– Эштән һуң, яраймы?
– Килегеҙ, кискә көтәм.
Рәмзилә тиҙ генә телефонды һүндереп ҡуйҙы, сөнки йәйәүлеләр генә йөрөй торған тротуар буйлап ҡап-ҡара иномарка килә ине. Таныш иномарка... Алыҫтан уҡ бер сигнал бирҙе лә туҡтап ҡалды. Эргәмә кил, тиҙер инде. Ошондағы әбейҙәр, балаларын саф һауа һуларға алып сыҡҡан әсәйҙәр асыулана башланы.
– Вәт хулиган, – тине берәүһе.
– Байҙарҙың балалары ҡотора.
– Полицияға шылтыратайыҡ!
– Кемегеҙгә килгән?
Ә машина, үҙенең хужаһының асыулы икәнлеген белдереп, уттарын ялпылдата, туҡтауһыҙ сигнал бирә башланы.
Иномарканан водитель сыҡты.
– Бында кил! Һине күпме көтөргә була? – тип ҡысҡырҙы ул.
Рәмзиләгә иномарка яғына атлауҙан башҡа сара ҡалманы.
– Һин мине уңайһыҙ хәлгә ҡуяһың, Вәзир, – тине ҡатын. – Миңә бит ошонда йәшәргә.
– Ултыр, ҡыҙыңды ла ал! – тине егет бойорған ҡиәфәт менән.
– Мине ҡайҙа алып китәһең?
– Мин һеҙҙе өйөмә алып ҡайтам.
– Быны нисек аңларға?
– Һин бөгөндән детдом балаһы булыуҙан туҡтайһың. Ҡыҫҡаһы, мин һиңә өйләнәм.
– Һиңә юҡҡа ышандым, Вәзир, – тине Рәмзилә. – Миңә баштан уҡ һиңә ышанмаҫҡа булған.
– Ҡабаланма, йәнем, үкенмәй тор. Әле мин һиңә донъяның матурлығын күрһәтәсәкмен әле. Атайым менән әсәйем һине көтә. Мин уларға, һине өйгә алып ҡайтам, тип килдем. Һин беләһең, мин һүҙемде тормошҡа ашырмай ҡалмайым.
– Вәзир, һин мине аңларға тырыш, – тине ҡатын ҡалтырана-ҡалтырана. – Һинән ниндәй ир сыҡһын? Һин бит ашап-эсеп ҡунаҡ булып йөрөргә генә яратаһың. Ышанысһыҙ кеше һин. Ә Нәғим һин түгел. Ул мине лә, ҡыҙымды ла ҡабул итте. Минең бәхетемә аяҡ салма, кит юлымдан, юғал, зинһар, миңә ҡамасаулама йәшәргә.
Вәзир мыҫҡыллы йылмайҙы.
– Һин мине кәмһеттең, намыҫыма тейҙең. Бының өсөн яуап бирәсәкһең.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: