+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2021, 11:50

ШИШМӘЛӘ «АВАНГАРД» ХӘРБИ-ПАТРИОТИК ТӘРБИӘ БИРЕҮ ҮҘӘГЕ АСЫЛА

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу үткәргән онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәге селтәрен киңәйтеү һәм эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Бындай үҙәктәр 2024 йылға Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында барлыҡҡа киләсәк. Уларҙа өлкән класс уҡыуылары хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтергә тейеш була. Биш көнлөк йыйындарҙа үҫмерҙәр һәм йәштәр башланғыс хәрби әҙерлек буйынса предметтарҙы, илдең Ҡораллы Көстәре тарихын өйрәнәсәк.
Өфөлә «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәге былтыр августа асылған. Хәҙер ул Шишмә районында ла барлыҡҡа киләсәк һәм «Патриот» хәрби-паториотик паркында эшләйәсәк.
Был турала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Читайте нас: