Был смарт-китапханаға милли колорит хас. Китапхананы яңыртҡанда уның интерьеры ғына түгел, китап уҡыусылар менән аралашыу форматы ла үҙгәртелгән. Ҡәҙимге уҡыу залы менән абонемент урынына маҡсатлы зоналар барлыҡҡа килгән: ял һәм аралашыу зонаһы, балалар зонаһы, йәштәр зонаһы, әҙәби кафе, «Экспериментаниум» музейы, театр студияһы, фото-видео студияһы, диспуттар һәм конференциялар үткәреү, Милли электрон китапханала мәғлүмәт эҙләү өсөн конференц-зал йыһазландырылған. Китапхана залдарын һәм экспонаттарҙы һаҡлаусы аҡыллы планшетты уҡыусылар менән хеҙмәткәрҙәр “Нәнәй” тип атаған.
Китапхананың фонды балалар һәм өлкәндәр өсөн 4000-дән ашыу дана яңы китап һәм журнал баҫмаһы менән тулыландырылған.
Аҡыллы китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған.