+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2021, 11:14

«ЯҢЫ МОҢ» ЕҢЕҮСЕҺЕ АСЫҠЛАНДЫ

Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин ойошторған “Яңы моң” халыҡ-ара музыка конкурсының еңеүсеһе кисә асыҡланды. Биш дәғүәсе араһында смс менән тауыш биреү һөҙөмтәһендә 35 процент өҫтөнлөк менән Өфөнән Искәндәр Сөләймәнов еңеүсе тип табылды.

Был проектты Юлъяҡшин (Элвин Грей) Башҡортостан Башлығының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн бирелгән 30 миллион һумлыҡ грантына үткәрҙе.

Конкурста ҡатнашыуға ете илдән 5 меңдән ашыу ғариза алынған. Уларҙы онлайнда тыңлап бөткәндән һуң, 55 башҡарыусы һайлап алынған. Улар жюри алдында сығыш яһаны. Жюриҙа Рәсәйҙең билдәле продюсеры Лина Арифулина, Радик Юлъяҡшин, йәш йырсы Гөлназ Асаева эшләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең аккаунтында былай тип яҙып ҡуйған:

«Беҙ Радик Юлъяҡшин менән «Яңы Моң» проектын башлағанда, мин, дөрөҫөн әйткәндә, уның уңышына тулыһынса ышанып етмәгәйнем. Ләкин проекттың тормошҡа ашҡанына һәм Мәскәүҙән, Башҡортостандан, Татарстандан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан, Тажикстандан һәм Ҡырғыҙстандан талантлы күп йәштәргә үҙен күрһәтергә мөмкинлек биргәненә шаһит булдым».

Сығанаҡ: «Башинформ».
Читайте нас: