+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 17:29

МӘКТӘПТӘР НИСЕК ҺАҠЛАНА?

Республикала мәктәптәрҙең нисек һаҡланыуын тикшерҙеләр. Белем биреү объекттарының 60 процентында ғына квалификациялы һаҡ ойошторолған, тигән бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.

Республикала министрлыҡ ҡарамағында 4 050 белем биреү объекты эшләй. Улар өс кимәл хәүеф категорияһына бүленә.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, һаҡлау бурысын Росгвардияға тапшырғандан һуң мәктәптәрҙе техник һаҡлау хаҡы бер нисә тапҡырға артҡан. Элек ул сәғәтенә 3 һум 92 тин булһа, хәҙер 9 һум 90 тин тора.
Һаҡтың етерлек кимәлдә булмауының тағы бер сәбәбе – ауылдарҙа шәхси һаҡ ойошмаларының булмауы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаҡлыҡ йәһәтенән өс йүнәлеш буйынса эш алып барырға кәрәк тигән: мәктәптәрҙең техник йыһазландырылыуы, физик һаҡты ойоштороу һәм педагогтарҙың балалар менән эшләүе. Башлыҡтың фекеренсә, уҡытыусылар коллективтарының балаларға иғтибарлы булыуы, үҫмерҙәрҙең тәртип үҙенсәлектәренә иғтибар итеүе мөһим.
Кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтарына мәктәптәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм һаҡ ойошмалары менән бергә уҡытыу-күнектереү саралары ойошторорға ҡушылған.
Сығанаҡ: “Башинформ” .
Читайте нас: