+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 21:42

НУРИМАНДА АУЫЛДАР ТӨҘӨКЛӘНӘ

Нуриман районы Яңы Күл ауылында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында мәҙәни-ял үҙәге ихатаһы төҙөкләндерелә.

Нуриман районы Яңы Күл ауылында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында мәҙәни-ял үҙәге ихатаһы төҙөкләндерелә.
Төҙөүселәр быйыл балалар уйын комплексын ҡора. Былтыр хоккей ҡабы, эскәмйәләр, сүп һауыттары, фонарҙар, трибуналар, баскетбол ҡулсаһы, мини-футбол менән гандбол ҡапҡалары, видеокүҙәтеү камералары һәм спорт ҡоролмалары ҡуйылған.Объект йыл аҙағына эшләнеп бөтөлөргә тейеш.
Район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндереләсәк. Территорияның ике дизайн-проекты төҙөлгән. Уларҙың ҡайһыһын һайлау Нуриман районы халҡы ихтыярында. Бының өсөн уларға 2.gorodsreda.ru порталында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһында тауыш бирергә кәрәк. Тауыш биреү 30 майға тиклем барасаҡ. Был мәҙәниәт һәм ял паркы 2022 йылда төҙөләсәк.
Был турала Нуриман район хакимиәте хәбәр итә.
Читайте нас: