+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 10:30

ҠУЖАН ҠАРАҒАСТАРЫНЫҢ ЙӘШӘРЕНӘ ӨМӨТ БАР

Әбйәлил районындағы Ҡужан ҡарағастары япраҡ ярған. Барыбыҙҙың да хәтерендә: 2020 йылдың октябрендә уларҙың олонон кемдәрҙер бысып киткәйне, ҡарағастар һәләк булыр кеүек ине.

Әбйәлил районындағы Ҡужан ҡарағастары япраҡ ярған. Барыбыҙҙың да хәтерендә: 2020 йылдың октябрендә уларҙың олонон кемдәрҙер бысып киткәйне, ҡарағастар һәләк булыр кеүек ине.

Башҡортостан, Магниогорск ғалимдары өлпәк ҡарағастарҙы ҡотҡарыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, шуға уникаль ағастарҙың йәшәп китеүенә өмөт бар. Бысылған урындарға ябай ҡарағайҙан донор өҫтәлмәләре ҡуйып сыҡҡандар, улар, ағастарҙың һут йөрөшөнә ҡушылып китеп, яраларҙы бөтәштерер, тип көтөлә.

Әммә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Руслан Хәлилов әйтеүенсә, донор өҫтәлмәләренең ныҡлы берегеп китеренә ныҡлы ғына ышаныс юҡ, шулай ҙа әле ағастар сәскә ата, ә ағастарҙа йөрөгән һут яңымы, әллә элеккенән ҡалған запасмы – әлегә аңлашылмай.

Руслан Хәлилов ағастарға яҡынлашыу тыйылыуы, уларҙы ситтән генә ҡарарға мөмкин булыуы тураһында ла әйткән. Юғиһә ағас төптәре тапалып, ере ныҡлы ҡатып киткән, был уларға зыянлы. Биологтар, ирекмәндәр ағастарға һыу һибеп торасаҡ, һыу ситкә ағып таралмаһын, ә ағастарҙың тамырына төшһөн өсөн эргәләренә борттар ҡора.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: