+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 20:18

ЯҠШЫМБӘТТӘ ҠАРАҒАЙ АЛЛЕЯҺЫ УЛТЫРТТЫЛАР

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында үткән ял 212 ҡарағай үҫентеһе ултыртҡандар. Был урынға Еңеү аллеяһы тип исем ҡушҡандар. Үҫентеләрҙе һатып алырға Испаниянан Astra Properti Invest SL компанияһы (директоры Сергей Дроздов) бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.

Яҡшымбәт ауылынан Фирүзә Бикмаева ошо компанияла секретарь булып эшләй. Хәҙер Испанияла йәшәһә лә, тыуған яғын онотмай, йыш ҡайтып йөрөй, тыуған төбәге йәмләнһен өсөн тырыша.

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов әйтеүенсә, Испанияның Astra Properti Invest SL компанияһы хәйриәлек проекттары алып бара, шуларҙың береһе – донъяның төрлө төбәктәрендә ағас ултыртыу. Етәксе компанияның генераль директоры Сергей Дроздов менән уның ярҙамсыһы, яҡташыбыҙ Фирүзәгә Яҡшымбәттә ағас ултыртыуҙа ярҙам күрһәтергә ризалашҡаны өсөн рәхмәт белдерә.

Юлай Ильясов республика Башлығы башлаған «Атайсал» проектының ошо рәүешле халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, уға сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтар ҡушыла башлауы тураһында белдергән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: