-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 15:17

ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДАҒЫ ЗАКОНДАРҒА ҮҘГӘРЕШТӘР ӘҘЕРЛӘНӘ

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Министрҙар Кабинетына 2021 йылдың 1 декабренә тиклем йорт хайуандарының иҫәбен алып барыу һәм берәҙәк хайуандар популяцияһын күҙәтеү тураһындағы ҡануниәткә төҙәтеүҙәр әҙерләргә ҡушҡан. Был хаҡта Кремль сайты хәбәр итә.

Кабминға ойошмалар һәм муниципаль берәмектәр территорияларындағы берәҙәк хайуандарға ҡағылышлы төҙәтеүҙәр ҙә эшләргә ҡушылған.
Владимир Путин РФ Генераль прокуратураһына 1 сентябргә тиклем бөтә кимәл башҡарма власть органдары һәм ойошмалар тарафынан хайуандарға ҡарата яуаплылыҡ тураһындағы закондың үтәлешен тикшереүҙе йөкмәткән. Хайуандарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт тураһындағы закон 2018 йылда ҡабул ителгәйне. Закон уларҙы эмоциялар кисерә, шул иҫәптән ауыртына һәм һыҙлана торған йән эйәләре тип таный.
Читайте нас: