+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 19:46

БАШҠОРТОСТАНДА ҠОЯШ ЭНЕРГИЯҺЫ СТАНЦИЯЛАРЫ КҮБӘЙӘ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республиканың уңыштары тураһында хәбәр итеп бара, шатлыҡтары менән уртаҡлаша. Бөгөн ул ҡояш энергияһын файҙаланыу торошо тураһында яҙған. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, беҙҙең республика Рәсәйҙә ҡояш энергияһы объекттары һаны буйынса бишенсе урынды алған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республиканың уңыштары тураһында хәбәр итеп бара, шатлыҡтары менән уртаҡлаша. Бөгөн ул ҡояш энергияһын файҙаланыу торошо тураһында яҙған. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, беҙҙең республика Рәсәйҙә ҡояш энергияһы объекттары һаны буйынса бишенсе урынды алған.
Ҡояш һәм ел энергияһын ҡулланыу XXI быуатта киң таралыу ала бара. Ҡояш электр станциялары экологик таҙа энергия эшләп сығара, уларҙың зарарлы парник газдары юҡ. Республика Башлығы был йәһәттән Башҡортостандың уңыштары өсөн ҡыуанысын йәшермәй.
Республикала биш ҡояш электр станцияһы эшләй, улар бөтәһе 69 МВт энергия етештерә, был республиканың бөтә энергия системаһы ҡеүәтенең 1,2 процентын тәшкил итә, ти Радий Хәбиров.

Был объекттарҙың күбеһен «Хевел» компанияһы төҙөгән: Хәйбулла районындағы Бүребай, Көйөргәҙе районындағы Бөгөлсән, Ейәнсура районындағы Иҫәнғол ҡояш электр станциялары һәм Бөрйән ҠЭС-ы йәмғеһе 44 МВт ҡеүәткә эйә. Йәнә «Солар Системс» файҙаланыуға индергән Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы – 25 МВт ҡеүәтле.

Бөрйән ҠЭС-ы Рәсәй өсөн уникаль объект булып тора, тип яҙа республика Башлығы, сөнки ул селтәрҙә лә эшләй ала, айырым режимда ла эшләй. Был Көньяҡ Уралда электр тәьминәтенең ышаныслылығын тәьмин итә.

“Республика, – ти Радий Хәбиров, – үҙ яғынан электр энергетикаһы объекттары төҙөлөшөндә инвесторҙарға ер участкалары һайлауҙа һәм уларҙы һатыулашыуһыҙ бирә, сөнки улар инвестпроект булып тора. Беҙ шулай уҡ ҠЭС-тарҙы селтәр ойошмаларының электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы ла башҡарабыҙ”.

Башҡортостанда Ағиҙел ҡалаһында һәм Ғафури районында яңы электр станциялары төҙөлә. Уларҙы эшкә ҡушыу 2022 йылға планлаштырыла.
Читайте нас: