+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 10:01

ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫНДА ҒАИЛӘГӘ СОЦИАЛЬ ЯРҘАМ ТУРАҺЫНДА ЗАКОН ПРОЕКТЫН ҠАРАҒАНДАР

Кисә Рәсәй Дәүләт думаһында балалар пособиелары һәм больничный түләү тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарағандар. Ул Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелә.

Документтың бер положениеһы ауырлы ҡатындарҙың иртә срокта иҫәпкә баҫыуына бәйле. Уларға, ғаиләлә һәр кешегә тура килгән уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаған осраҡта, был пособие 1 июлдән түләнә башларға тейеш. Пособие төбәктәге йәшәү минимумының яртыһы күләмендә була.
Һигеҙ йәштән ун алтыға тиклемге балаларға айлыҡ пособие мәсьәләһен дә ҡарағандар. Ул да быйыл 1 июлдән түләнә башлай һәм килеме йән башына төбәк йәшәү минимумынан артмаған тулы булмаған ғаиләләргә ҡарала. Күләме балаларҙың йәшәү минимумы хаҡының яртыһын тәшкил итәсәк, ил буйынса ул – уртаса 5,6 мең һум.
Депутаттар ете йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау өсөн алынған больничный буйынса стажға ҡарамайынса 100 процентлы түләү тәҡдимен дә ҡабул иткән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: