Водолаздар эҙләй-эҙләй мәйетте икенсе көнөнә ярҙан 100 метрҙа 6 метр тәрәнлектә таба.
Көн эҫе булһа ла, һыу ятҡылыҡтары әлегә яҡшылап йылынмаған, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.
Балаларҙы ла күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Кисә ҡотҡарыусылар “Солнечный” пляжынан үрҙәрәк ике ҡыҙ баланы ҡотҡара. Уларҙы был урында һыу инеү тыйылыуы тураһында иҫкәртәләр, бында былтыр ҙа бер бала батҡан. Тик ҡыҙҙар тыңламай. Уларҙы көслө ағым алып китә. Ҡотҡарыусылар, быны күреп, катерҙа ҡыҙҙар яғына йүнәлә, ярҙағы бер егет тә ярҙамға ашыға.
Катер барып етеп, 2008 һәм 2011 йылғы был ике ҡыҙ баланы ла, ярҙамсыл егетте лә судноға алып, ярға сығаралар. Ә шунда ҡотҡарыусылар булмаһа?
Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарға йөрөргә кәрәк. Ә тыйыу билдәләре һәм яҙыуҙары эленгән урындарҙан бөтөнләй ары тороу хәйерле, уларҙы юҡҡа ғына ҡуймайҙар.
Сығанаҡ: Өфө граждандарҙы һаҡлау идаралығы.