-33 °С
Ясна
Тик әлегә ямғырҙар булмауы хәүефләндереп тора. Сәселгәндең шытып, үҫеп китеүе өсөн дым кәрәк.
Сәсеү барышына арналған селектор кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хужалыҡтарға белгестәрҙең шыйыҡ ашламалар алырға кәңәш итеүен телгә алған. Был тәҡдим ҡат-ҡат әйтелә килә, тик бөтәһе лә уға ҡолаҡ һалырға ашыҡмай, тигән министр. Шыйыҡ ашлама запасы туплаған хужалыҡтар ҡоро осорҙа отошта ҡала, сөнки гранулланған ҡоро ашлама дымһыҙ иремәй, файҙаһы бик әҙ була, ә шыйығы үҫемлек тарафынан яҡшы үҙләштерелә.
Сығанаҡ: “Башинформ”.