+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 17:49

ТАМАШАСЫ ЛА, АРТИСТАР ҘА ҠӘНӘҒӘТ БУЛДЫ

17 майҙа Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылына район үҙәге һәүәҫкәр артистар килеп концерт ҡуйған. Үҙенең клубы булмаған төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тормошона «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған автоклуб шулай йәм өҫтәй.

17 майҙа Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылына район үҙәгенән һәүәҫкәр артистар килеп концерт ҡуйған. Үҙенең клубы булмаған төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тормошона «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған автоклуб шулай йәм өҫтәй.

Һәүәҫкәр артистарҙың сығышы ауыл халҡы өсөн бер күңелле байрамға әйләнгән. Шаян һүҙҙәр, күңелле йырҙар кәйефтәрҙе күтәргән. Рәхәтләнеп ҡул сапҡандар. Артистар ҙа тамашасының ихласлығынан ҙур ҡәнәғәтлек һәм илһам алған.
Читайте нас: