2020 йылда уғрылар телефон аша урлаған иң ҙур сумма – 400 миллион һум. Урлашыу осраҡтарынан был рекордлы сумманы 54 йәшлек бер ҡатындың счетынан сәлдергәндәр.
Енәйәт ҡәҙимгесә ҡылына: ҡатынға уның аҡсаһы ятҡан банктан шылтыраталар, йәнәһе, аҡсаһына хәүеф янай. Ҡатын үҙенең счетында 14 миллион ятыуы тураһында әйтә. Тегеләр тиҙ генә уны үҙҙәре биргән счетҡа күсерергә ҡуша. Ҡатын икенсе бер банкта тағы 380 миллионы барлығы тураһында белдерә. Тегеләр бындай етди суммалар менән эш итеү өсөн ФСБ-ға тоташтырасаҡтарын хәбәр итә. Шунан “ФСБ” хеҙмәткәрҙәре эшкә тотона. Улар, был бер ҡатлы ҡатындың башын тамам әйләндереп, ай буйы бүлеп-бүлеп миллиондарын ят счетҡа күсертә.
Әйткәндәй, ҡатын Сбербанктың түгел, башҡа банктың клиенты булған.
Дәүләт думаһынан бер төркөм депутаттар менән осрашыуҙа Сбербанктың киберуғрылыҡҡа ҡаршы тороу идаралығы начальнигы Сергей Велигодский һөйләгән был хаҡта. Ә депутаттар уның менән киберуғрылыҡҡа ҡаршы көрәш тураһында һөйләшеү өсөн осрашҡан.
Был хаҡта РБК баҫмаһы
яҙа.
Аналитиктар белдереүенсә, 2020 йылда уғрылар банк клиенттарын элгәрге йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа күберәк талаған. Уғрылыҡ осраҡтары 60 процентҡа артҡан.
Иң ныҡ таралған ысул – тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатыу тураһындағы иғландар баҫылған сайттар һәм ялған интернет-магазиндар.
Банк исеменән шылтыратыуҙар йышлығы буйынса – икенсе урында (бөтә урлашыуҙарҙың 13 проценты), ә урланған аҡса күләме буйынса – беренсе урында (бөтә урланғандың 30 проценты).
Рәсәй Үҙәк банкы яңы закон проекты эшләй. Ул ҡабул ителһә, клиенты шылтыратҡас та банк киберуғрылар йә аралашсылар счетына күскән аҡсаны бикләй аласаҡ.